12.11.2025

Яңы донъяға килгән ҡыҙыҡайға Айдан тип исем ҡушҡандар.

Башҡортостан Республикаһының Дәүләт юстиция комитетының матбуғат хеҙмәте белдереүенсә, Баҡалы районында йыл башынан йөҙөнсө бала донъяға килгән.
Бәхетле ғаилә — Баҡалы ауылынан. Раушания һәм Юнир Мусиндарҙың ҡыҙҙары тыуған, ғаиләлә тағы ла  ике өлкән ҡыҙ – Каролина һәм Йәсминә бар. Бәләкәскә ата-әсәһе Айдан тип исем ҡушҡан.
Йәш ата-әсәгә сабый тыуыу тураһында таныҡлыҡ һәм иҫтәлекле бүләк тапшырылған.

”Демография” милли проектына ярашлы, илебеҙҙә тыуымды арттырыу, сабыйҙар һаулығын хәстәрләү буйынса ҙур эштәр башҡарыла. Владимир Путиндың быйылғы Мөрәжәғәтнамәһендә ғаиләләргә социаль ярҙам буйынса мөһим саралар ҡабул ителеүе хаҡында ла хәбәрҙарбыҙ.
 
 
Пресс-служба Министерства здравоохранения Республики Башкортостан (информация сайта Башҡортостан гәзите)