Башҡортостан медицинаһы үҫеше менән етлекмәй тыуған сабыйҙарҙың 98 процентының ғүмере ҡотҡарыла. Республика балалар клиник дауаханаһында кескәйҙәрҙең йәшәү сифатын яҡшыртыу өсөн заманса операциялар үткәрелә. Бында етлекмәй тыуып, насар күреүсе бәпестәргә күреү һәләте ҡайтарыла. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.
Ваҡытынан алда донъяға килгән сабыйҙарҙың ғүмере тәүге көндәрҙән үк ҡатмарлы һынауҙарҙан башлана. Интенсив терапия бүлегендә күҙҙәренә операция эшләнгән кескәйҙәр реабилитация үтә. Шәфҡәт туташтары бәпестәрҙең хәлен тәүлек әйләнәһенә тикшереп, уларҙы һауыҡтырыу өсөн күп көс һала. Яңы тыуған малай-ҡыҙҙарҙы тәрбиәләгән Оксана Хәйерзаманова 17 йылдан ашыу был яуаплы эште башҡара.
Ретинопатия диагнозын бала тыуғас ҡына билдәләп була. Күҙҙәрҙең күреү һәләтен һәм хәлен табиптар махсус аппарат аша асыҡлап, кескәй пациентты артабан дауалау юлдарын хәл итә. Етлекмәй донъяға килгән баланың ауырлығы бәләкәй булған тиклем ретинопатия менән ауырыу хәүефе арта.
Сабыйҙарҙың күҙҙәренә операция 40 минут — бер сәғәт самаһы эшләнә. Әмәлиәткә бер төркөм табиптар йәлеп ителә — анестезиолог, реаниматолог, офтальмолог һәм башҡа хеҙмәткәрҙәр.
Иң мөһиме, операцияның һөҙөмтәләре. Табиптар әйтеүенсә, етлекмәй тыуып, насар күргән балалар әмәлиәттән һуң яҡшы күрә башлай һәм мәктәптә күҙлекһеҙ уҡый ала. Операция уңышлы үтер тип Салауат ҡалаһынан килгән Гөлгөнә Динисламова аә өмөтләнә. Ошо көндәрҙә уның өс айлыҡ ҡыҙының күҙҙәренә операция эшләнәсәк.
17 ноябрь — етлекмәй тыуған балалар көнө билдәләнә. Ваҡытынан алда тыуған сабыйҙар менән эшләүсе аҡ халатлылар был көндө һөнәри байрамына тиңләй, сөнки табиптар һәр бәпестең ғүмерен ҡотҡарыу өсөн күпме көс һәм тырышлыҡ һалынғанын үҙҙәре генә белә. Ҡотҡарылған һәр ғүмер — ул үҙе бер байрам ти табиптар.
Пресс-служба Министерства здравоохранения Республики Башкортостан (Подробнее на БСТ)