Ауырғазы районында йәнә бер фельдшер-акушерлыҡ пункты эш башланы

Балыҡлыкүл ауылында асылған яңы медицина учреждениеһын төбәк халҡы күптән көтөп алған. Бөгөн пунктҡа 400-ләп кеше беркетелгән. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Балыҡлыкүлдә асылған яңы фельдшер-акушерлыҡ пунктынан кеше өҙөлмәй. Ауыл халҡы һаулығына зарланып түгел, сәләмәтлеген ҡайғыртып килә. Медицина ҡоролмаларында тикшереү үтеү, бигерәк тә кардиограмма эшләтеү бик уңайлы. Һөҙөмтәһе лә тиҙ әҙер була.

Зәлиә Иҙрисова 30 йылдан ашыу инде һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә эшләй. 70-се йылдарҙа төҙөлгән бинала урынлашҡан учреждениелағы шарттар санитар талаптарға яуап бирмәгән.

Балыҡлыкүл ауылындағы фельдшер-акушерлыҡ пунктына 369 кеше беркетелгән, уларҙың 36-ы балалар. Бөгөн иҫәптә торған йөклө ҡатындар ҙа бар.

Әйткәндәй, йыл аҙағына тиклем республикала тағы ла тиҫтәләп медицина объекты файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Кадрҙар мәсьәләһен хәл итеү ҙә тармаҡта өҫтөнлөклө йүнәлеш. Йәш белгестәр өсөн ҡаралған дәүләт программалары ғәмәлдә ҡала.
 
Пресс-служба Министерства здравоохранения Республики Башкортостан (информация БСТ)


Generated by Feedzy