07.11.2025

Ул «Йәш профессионалдар» федераль проекты сиктәрендә булдырылған. Республикала медицина йүнәлешендәге берҙән-бер проект менән БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин таныштыра.

Кесерәйтелгән процедура кабинеты, тип әйтһәң дә яңылыш булмаҫ. Бөрө колледжы студенттары бында дауаханаларға бармайынса ғына алған белемен нығыта ала. Урында бар шарттар ҙа тыуҙырылған. Өҫтәүенә, ысынбарлыҡҡа тап килтерерлек итеп йыһазландырылған. Тик пациенттар урынына маникендар ятһа ла, улар роботлаштырылған.

Оҫтаханалар майҙансығы «Йәш профессионалдар» федераль проекты сиктәрендә тормошҡа ашырылған. Ул бер яҡтан урта махсус уҡыу йортоноң матди-техник базаһын төҙөкләндерһә, икенсенән, уҡыусыларға урында уҡ практик тәжрибә туплау мөмкинлеген бирә. Ғөмүмән, Рәсәйҙә һуңғы йылдарҙа асылған оҫтаханалар һаны буйынса Башҡортостан бишенсе урынды биләй. Бөгөн республикала йәмғеһе 71 бер майҙансыҡ эшләй.

Ябай уҡыу-уҡытыу кабинетынан оҫтаханалар майҙансығы күпкә айырыла. Педагогтар студенттарға дәресте практик нигеҙҙә алып бара. Ул биохимия анализы булһынмы, йә йөклө ҡатынды ҡарау, яраланған аяҡ-ҡулдарҙы бәйләүҙең һәммәһе лә урында алып барыла.

Ә фармацевтика йүнәлешендәге майҙансыҡта студенттар дарыуҙар менән эш итә. Бында ла ул ысынбарлыҡҡа тап килтерерлек итеп ойошторолған. Уҡыусылар препараттарҙы ҡабул итеү, һаҡлау кеүек ҡағиҙәләрен өйрәнә. Дарыу, төнәтмә эшләү кеүек

Колледж етәкселеге әйтеүенсә, уҡыу йортон тамамлаусыларҙың күбеһе һөнәре буйынса эшкә урынлаша. Был тәңгәлдә дәүләт ҡарамағындағы учреждениелар менән килешеү төҙөлгән. Юғары белем артынан университетҡа барыусылар ҙа юҡ түгел. Ә инде бөгөн асылған оҫтахана киләсәктә эште тағы ла яйға һалыр тип көтөлә. Федераль проект сиктәрендә тормошҡа ашырылған майҙансыҡ «Йәш һөнәрмәндәр» ярышын ҡабул итеү мөмкинлегенә эйә.
 
Пресс-служба Министерства здравоохранения Республики Башкортостан (информация БСТ)