«Балалар ҙа ныҡ ауырый…»

Уларҙағы ниндәй клиник билдә өлкәндәрҙе айырыуса һағайтырға тейеш?
Республиканың ковид-госпиталдәре пациенттарҙы ҡабул итергә әҙер. Хатта эпидемиология хәле ҡатмарланып киткәндә лә, өҫтәмә койка-урындар буласаҡ. Һуңғы көндәрҙә сирлеләр артҡан, тик әлегә хәл киҫкен түгел, ти табиптар.
Стәрлетамаҡ ковид-госпиталенә Сәрүәр Әбүбәкировты юғары температура менән килтергәндәр. Томограф үпкәһенең 90 проценты зарарланғанын күрһәткән. Реанимацияға эләккән, үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырғандар. Әле ағзаның зарарланған өлөшөн ике тапҡырға кәметеүгә өлгәшкәндәр. Табиптар пациенттың тиҙҙән һауығасағына ышана, динамика ыңғай, тиҙәр. Әлегә ауырыуға яҡындары менән видеобәйләнеш аша аралашыу көс бирә, кәйефен күтәрә. Реанимация бүлексәһе мөдире Марсель Ғәлиуллин әйтеүенсә, реанимацияға йышыраҡ башҡа сирҙәре лә булған пациенттар эләгә. Йәштәрҙең, хатта балаларҙың да үлем менән йәшәү араһында ҡалған осраҡтары булғылай. Балаларҙа клиник билдәләр түбәндәгесә: юғары температура, биҙгәк тотоу, тымау, тамаҡ ауыртыуы. Айырыуса биҙгәк тотоуы өлкәндәрҙе һағайтырға тейеш. “Әсәйҙәр нығыраҡ борсола, ә балалар сыҙамлы, – ти табип».
«Тәүлегенә уртаса унға яҡын пациент ҡабул итәбеҙ. Һуңғы ике аҙнала ауырыуҙар артты. Төп категория – өлкәндәр һәм балалар. Клиник рекомендацияларҙың яңы версияһы сыҡты. Ковид мутацияһын дауалауы ауыр», – ти табип Илүзә Синәғолова.
Стәрлетамаҡ ковид-госпиталенең реанимация бүлексәһе мөдире Марсель Ғәлиуллин әйтеүенсә, йыш ҡына өлкәндәр йоғошло ауырыуҙар госпиталенә килергә ҡурҡа, шулай итеп, ҡәҙерле ваҡытты әрәм итә. Пенсионер Резеда Хөснийәрова ауырып дауаханаға эләгеү сәбәпле, ейәнен мәктәпкә беренсе класҡа илтә алмағанына үкенә. Мәүлиҙә Ҡасаева бөгөн ейәнен тыуған көнө менән ҡотлап, ҡосаҡлай алмаһа ла, һауығып сыҡҡас, барыһы ла яҡшы буласағына ышана.
Ике йыл буйына коронавирус менән барған көрәш яңы инфекционистар быуынын барлыҡҡа килтерҙе. Миләүшә Сәфәрғәлиева пандемия башында стажер ғына булһа, хәҙер ул тәжрибәле табип. Былтырғы осор менән сағыштырғанда, әле пациенттарҙың аҙлығын табиптар һәр ярты йыл һайын вирустың йоғошлолоғо буйынса айырылған яңы штамдары барлыҡҡа килеүе менән аңлата. Вакцина яһатҡандарҙың күплеге лә хәлгә йоғонто яһай. Ҡағиҙәләр элеккесә, ти табиптар, битлек кейергә, дистанция тоторға, шәхси гигиенаны теүәл үтәргә, иммун системаһына ярҙам итергә кәрәк. Һәм, әлбиттә, вакцина яһатырға.
 
Пресс — служба Министерства здравоохранения Республики Башкортостан (информация сайта Газета Башкортостан)

Generated by Feedzy