Балалар хәҙер “укол»дан ҡурҡмай…

Быйыл республикала 22 меңгә яҡын яңы медицина объекты сафҡа инәсәк. Тик уларҙы кадрҙар менән тәьмин итергә мөмкинлек етерме?
“Элек балаларымды өгөтләп тә табипҡа илтә алмай ҡаңғыра инем, хәҙер үҙҙәре теләп бара”, – тип көлә өс бала әсәһе Эльвина Муслыхова. Өҫтәүенә тиҫтерҙәренә эйәреп, фельдшер эргәһенә күршелә йәшәгән балалар ҙа килгән. Борай районының Мулла ауылында яңы ФАП асыу эшен Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡушҡайны. Хәҙер йылытыу системаһы ла, туалеты ла  булмаған иҫке бинаны хәтергә лә алмайҙар, бөтә заманса уңайлыҡтар булдырылған пунктҡа ауылдаштар күнекте инде. Фельдшер Мадис Камильянов эргәһенән бала-саға өҙөлмәй, сиратҡа баҫып, ҡабул итеүҙе көтәләр. Яңы ҡорамалдар, матур бүлмәләр, компьютер иғтибарҙы үҙенә йәлеп итә.
Ә фотолағы өр-яңы ФАП Йәрмәкәй районының Иҫке Сүлле ауылында  бынан дүрт көн элек кенә асылды.  Ауылдаштарҙың шатлығын күҙ алдына килтерәһегеҙҙер!
Республикабыҙҙа Башҡортостан Башлығы  ҡушыуы буйынса  киң күләмдә фельдшер-акушерлыҡ пункттарын яңыртыу башланды. Һүҙ бында яңы биналар хаҡында ғына бармай, ә уларҙы техник яҡтан йыһазландырыу тураһында ла бара. ФАП-тар ауыл халҡын хеҙмәтләндереүҙә иң мөһим тәүге һаулыҡ һаҡлау звеноһы. Аҡ халатлылар ашығыс ярҙам күрһәтеүҙән тыш, етди сирҙәрҙе иртә стадияла асыҡлай ҙа ала.
Борай районында биш ФАП төҙөлгән дә инде. Бынан ике йыл элек республика етәксеһе ҡушыуы буйынса Мәсетле районының ике ауылында  яңы биналар ҡалҡып сыҡты.  Быйыл республикала иллегә яҡын медицина пункты тулыһынса яңырасаҡ. Һаулыҡ һаҡлау тармағындағы яңырыу ФАП-тар кимәлендә генә башҡарылмай.  Һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин әйтеүенсә, быйыл Бөрөлә, Өфөнөң Затон биҫтәһендә поликлиника сафҡа индереләсәк, туғыҙ дауаханаға капиталь ремонт үткәреләсәк.
Быйыл республикала 22 меңгә яҡын яңы эре медицина объекты сафҡа инәсәк. Тик уларҙы кадрҙар менән тәьмин итергә мөмкинлек етерме? Был тәңгәлдә  лә бурыстар аныҡ билдәләнгән, 200-гә яҡын медицина хеҙмәткәре табиптар рәтен тулыландырасаҡ.
2019 йылдан башлап  илдә “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы тәүге звено инфраструктураһын яҡшыртыу, ә 2021 йылдан уны яңыртыу программаһы эшкә ҡушылды. “Был стратегик йүнәлеш тәүге медик-санитар ярҙам алыу мөмкинлеген 100 процентҡа тәьмин итергә булышасаҡ”, тип белдерҙе Михаил Мурашко. Рәсәйҙә 100-ҙән ике меңгә тиклем кеше йәшәгән тораҡтарҙа халыҡтың тәүге медицина ярҙамынан файҙаланыуын яҡшыртыу өсөн төбәктәрҙә 1700-ҙән ашыу фельдшер-акушерлыҡ пункты, табиплыҡ амбулаториялары сафҡа индерелде. Был йәһәттән Башҡортостан һыр бирмәй.
Сәләмәтлекте һаҡлауҙың тағы ла бер  ышаныслы ысулы– диспансерлаштырыу. Айырыуса коронавирус инфекцияһын үткәргәндәр өсөн тәрәнтен медицина тикшеренеүе мөһим.  Иҫкәртеү саралары һөҙөмтәһендә былтыр илдә йөрәк-ҡан тамырҙары  һәм яман шеш ауырыуҙары 2020 йыл менән сағыштырғанда 1,6 тапҡырға күберәк асыҡланған. Тимәк,  әлегә ҡайһы берәүҙәрҙең уны  өнәп бөтмәүенә ҡарамаҫтан, диспансерлаштырыу халыҡ сәләмәтлеген контролдә тотоу, ваҡытында дауалауҙы башлау  өсөн баһалап бөткөһөҙ  тәьҫирле  сара. Рәсәй Президенты Владимир Путин  ҡушыуы буйынса, былтыр йәй ковид сирен үткәргән  граждандар өсөн ентекле диспансерлаштырыу программаһы старт алды. Тағы ла шуныһы, тикшереү үтеү өсөн һәр кемгә уңайлылыҡ тыуҙырыу маҡсатында  диспансерлаштырыуҙы кискеһен һәм шәмбелә үтеү мөмкинлеге тыуҙырылды.  Тик һәр кем ошо мөмкинлектәрҙән ваҡытында файҙаланһын, табипҡа күренеүҙе кисектермәһен ине.
 
Пресс-служба Министерства здравоохранения Республики Башкортостан (информация сайта Газета Башкортостан)

Generated by Feedzy