Башҡорт дәүләт медицина университетында Германиянан килгән уролог менән осрашыу үтте


Вольф Фердинанд Виланд менән юғары уҡыу йорто араһында хеҙмәттәшлек электән килә. Ғалим университет клиникаһында сит ил студенттарына лекция уҡыны. Шулай уҡ ул урология һәм онкология бүлеге пациенттарын ҡабул итәсәк. Башҡорт дәүләт медицина университетында сит ил ғалимдары менән эш «Приоритет – 2030» федераль программаһына ярашлы тормошҡа ашырыла.

Был клиникала бер нисә тапҡыр булғаным бар ине. Пандемия сәбәпле осрашыу аралары өҙөлөп торҙо. Медицина университеты үҫешә, робот хирургияһында алдынғы алымдар ҡулланыла. Мин үҙем белгәндәр менән уртаҡлашам, беҙҙәге дауалау үҙенсәлектәрен һөйләйем.
Вольф Фердинанд Виланд, Регенсбург университеты урология кафедраһы профессоры

Сығанаҡ: БСТ