Башҡортостан табиптары Донбасста хеҙмәт вахтаһында

Красный луч ҡалаһы перинаталь үҙәгендә көн дә яңы бер кеше донъяға ауаз һала. Етлекмәй тыуған сабыйҙарҙың ғүмере өсөн Саҡмағош ҡыҙы, неонатолог Лена Мөхөтдинова яуаплы. Башҡортостан табибы Луганск халыҡ республикаһында хеҙмәт вахтаһының икенсе мөҙҙәтен тултыра. Үҙ йүнәлеше буйынса ул – Красный Луч ҡалаһында һирәк белгестәрҙең береһе.

Башҡортостан табиптары Красный Луч ҡалаһында май айынан бирле эшләй. Урындағы халыҡ уларҙы аҡ халатлы фәрештәләр тип йөрөтә. Оҙаҡ йылдар дауамында медицина ярҙамы күрһәтелмәгән халыҡ һөнәри һәм диспансер тикшереүҙәре үтә башлаған

Хеҙмәт вахтаһындағы табиптар һәм шәфҡәт туташтары араһында осраҡлы кешеләр юҡ. Зөлфиә Булатованың медицинала дөйөм стажы 46 йыл. Луганск Халыҡ республикаһына сәфәрен медицина хеҙмәткәре ғүмер юлындағы төп миссияһы тип атай.

Барлыҡ мөрәжәғәттәрҙе ваҡытында эшкәртеү, ауырыуҙарҙы тиҙ арала ҡабул итеү өсөн заманса техника ярҙам итә. Поликлиникаға килеүселәр ЭКГ, ЭХО, кардиограмма, УЗИ, рентген тикшереүе үтә ала. Коридорҙарҙа сират юҡ. Анализ һөҙөмтәләре тиҙ арала әҙер була. Ләйсән Вәлиеваның Красный Луч ҡалаһы балалар поликлиникаһындағы хеҙмәт вахтаһы ике мөҙҙәткә һуҙылған.

Красный Луч ҡалаһында бигерәк тә балаларҙы дауалауға махсуслашҡан табиптарға ихтыяж ҙур булған. Кескәй пациенттар аҡ халатлыларҙа күҙәтелмәгән. Шуға Башҡортостанға хас булмаған хроник ауырыуҙар күп, ти табиптар. Әле хәл әкренләп төҙәлә бара. Балалар иҫәпкә баҫа, һаулыҡ һаҡлау өлкәһе заманса эш алымдарына күсә.


Әле Красный Луч ҡалаһында Башҡортостан табиптарының 5-се хеҙмәт вахтаһы тамамлана. Тәүге төркөм утлы төбәктә йәмле май айында эш башлаған. Донбассҡа ярҙам маҡсатында Башҡортостан Луганск халыҡ республикаһына күсмә поликлиникалар, заманса диагностика һәм дауалау ҡорамалдары оҙатты. Улар менән бергә Луганск халыҡ республикаһында юлсылар, коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре, төҙөүселәр эшләй башланы.

7-се ылау республика өсөн генә түгел тотош Рәсәй күләмендә оҙатылған иң күләмле гуманитар ярҙам булды. Бер нисә саҡырымға һуҙылған колоннала 41 автомобиль. Ылау юл ремотлау өсөн махсус техника, һыуыҡ асфальт тейәлгән КАМАЗ-дар, аҙыҡ-түлек, төҙөлөш материалдары, медицина кәрәк-яраҡтары тупланған фуралар, күсмә сәләмәтлек поездары, табиптар, торлаҡ-коммуналь һәм юл хужалығы хеҙмәткәрҙәре өсөн ике автобустан торҙо. Уларға 2 мең саҡрым юл үтергә тура килде. Коллонаны оҙатып барған водителдәрҙең тәжрибәһе ҙур. Улар йыш ҡына оҙон юлға сыға.

Ҡулдарында сирен гөлләмәһе, йөҙҙәрендә шат йылмайыу. 8 йыл дауамында Украина нацистарынан ыҙа сиккән Донбасс халҡы Башҡортостан вәкилдәрен Европаны фашизмдан азат иткән «Еңеү яҙы һалдаттары» кеүек ҡаршы алды. Бөйөк Ватан һуғышы осоронда 112-се Башҡорт атлы дивизияһы алышҡан Красный Луч биләмәһендә йәшәүселәр Башҡортостан халҡының ярҙамын әле лә тоя.

Март башынан алып Башҡортостандан Донбассҡа барлығы 30 гуманитар ылау оҙатылды.Йөктөң дөйөм ауырлығы ике мең ярым тонна самаһы. Шуның ике мең тоннаға яҡыны Луганск халыҡ республикаһына тәғәйенләнде.

Башҡортостан илдә тәүгеләрҙән булып Рәсәй Президентының Донбасс республикаларын тергеҙеү тураһында указын дәррәү күтәреп алды. Гуманитар миссияны үтәүселәр иңенә ифрат та яуаплы бурыс йөкмәтелгән. 8 йыл дауамында Украина агрессияһынан ыҙа сиккән халыҡҡа тыныс тормошто кире ҡайтарыу.

Петровское ҡалаһындағы Миңлеғәле Шайморатов исемендәге 22-се мәктәп ихатаһындағы төҙәкләндереү эштәренең һуңғы штрихы. Сибай ҡалаһынан биҙәкләү эштәре оҫтаһы Рәзинә Зариповаға ихаталағы фонтанды яңыртыу бурысы ҡуйылған.

Фонтан ғына түгел, тотош Донбасс Рәсәй флагы төҫөндә. Илебеҙ Украина фашизмынан ыҙа сиккән халыҡҡа тыныс тормош, заманса шарттар алып килә. Луганск халыҡ республикаһы Петровское ҡалаһында Миңлеғәле Шайморатов исемендәге 22-се мәктәп уҡыусылары яңыу уҡыу йылын яңыртылған белем усағында башланы.

Мәктәп ҡыҫҡа ҡына ваҡыт эсендә танымаҫлыҡ булып үҙгәрҙе. Объектта Башҡортостандың төрлө район-ҡалаларынан 400-ҙән ашыу кеше эшләне. Уларҙың көсө менән 1934 йылдан бирле ремонт күрмәгән мәктәп тулыһынса яңырҙы. Ҡыйығы, тәҙрәләре, алмаштырылды, яңы электр селтәре һән инженер коммуникациялары һуҙылды. Бина тышҡы яҡтан йылытылып фасады яңыртылды. Эске биҙәкләү ҙә заманса мәғариф стандарттары буйынса башҡарылды.

Капиталь ремонттан тыш белем усағы заман талаптары буйынса йыһазландырылды. Кластарға интерактив таҡталар эленде. Донбасс өсөн был башҡа һыймаҫлыҡ хыял ғына ине, ти 25 йыл 22 мәктәптә башланғыс синыфтар уҡытыусыһы булып эшләгән Надежда Ярченко.

Петровское ҡалаһындағы иң күңелле урын – хәҙер балалар майҙансығы. Көн дауамында унан кескәйҙәрҙең шат тауышы өҙөлмәй. Уйын майҙансығын Петровское балаларына Башҡортостан бүләк итте. Төҙөүселәр уны 1 июнь – Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөнә өлгөрттө. Каникул дауамында, майҙансыҡ буш торманы.

«Башкиравтодор» йәмғиәтенең тупланма отряды Луганск халыҡ республикаһында еңеү юлын һала. Украина тарафынан үгәйһетелгән төбәктә һуңғы тапҡыр яңы асфальт 1985 йылда түшәлгән. Красный Луч менән Петровское ҡалалаларын тоташтырған 6 саҡрымлыҡ юлда ул онталып, ҡырсынташы туҙан хәленә ҡалған. Төҙөкләндереү Башҡортостан юлсылары иңендә. Хеҙмәткәрҙәрҙең күбеһе Луганск халыҡ республикаһында өсөнсө ай. Беренсе вахталағы Прохор ғына сафта түгел.

6-сы тиҫтәһен ваҡлаған Иршат Зиннәтуллин Стәрлетамаҡ юл ремонт-төҙөлөш идаралығында эшләй. Украинала махсус хәрби операция башланыу менән Ҡораллы көстәр сафына баҫырға теләк белдергән. Әммә йәш сикләүе буйынса хәрби комиссияны үтә алмаған. Үҙен ул хеҙмәт фронтында тапҡан.

Борай юл ремонт-төҙөлөш идаралығы водителе Рөстәм Исламов май айынан бирле Донбасс юлдарының туҙанын һулай. Башҡортостадан килтерелгән КАМАЗ-да төҙөкләндерелгән юл участкаларына асфальт ташый. Петровское ҡалаһында Рөстәм туғандарын да тапҡан. Утлы төбәктәге халыҡҡа ярҙам күрһәтеүгә өлөш индергәне өсөн ул ихлас шат.

Юлсыларҙың ҡайһы берҙәре – 112-се Башҡорт атлы дивизияһы яугирҙарының ейәндәре. Учалынан Дмитрий Хәкимовтың олатаһы майор Әхмәт Ғәлимов Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында тап Петровское ҡалаһы янында фашист илбаҫарҙары менән алышҡан. Ата-бабаларыбыҙҙың ҡаны тамған төбәктә еңеүҙе яҡынайтыуға форсат булыуы сәмләнеп эшләргә дәрт өҫтәй, ти Дмитрий.

Яңы асфальт күрмәгән Петровское халҡы Башҡортостанға сикһеҙ рәхмәтен йәшермәй.

Башҡортостан юлсыларына юл төҙөлөшөн тотҡарлыҡһыҙ алып барыуға республиканан килтерелгән асфальт-бетон заводы мөмкинлек бирә. Әле ул тәүлегенә уртаса 300 тонна самаһы битум-ҡырсынташ ҡатнашмаһы сығара.

«Башкиравтодор» йәмғиәтенең асфальт-бетон заводы тәүге продукцияһын 7 июнгә ҡарай төнгә бирә. Ул тулыһынса автоном рәүештә эшләй. Битум Ростов өлкәһенән алынһа, ҡырсынташ урындағы етештереүселәрҙән тәьмин ителә.

Заводтың эшләүе Красный Луч ҡалаһы урамдарын төҙөкләндерергә һәм соҡор ремонтын тиҙ арала башҡарырға мөмкинлек биргән. 2014 йылғы ваҡиғалаҙан һуң ямалмаған юлдар, транспорт хәрәкәтенә ҙур ауырлыҡтар тыуҙырған. Әле Башҡортостан юлсыларының тынғыһыҙ хеҙмәте Луганск халыҡ республикаһына еңеү һәм тыныс тормошто яҡынайта.

Ильяс Дәүләтшин – ҡыйыҡ ябыу оҫтаһы. Бер ай инде ул, тыуған Салауат районынан ситтә, Луганск халыҡ республикаһы Красный Луч ҡалаһында эшләй. Алыҫ Донбасс ерендә хеҙмәт вахтаһын, Ильяс намыҫ эше тип баһалай.

Красный Луч ҡалаһының 5-се уҡытыу -тәрбиә комплексына снаряд ярсығы эләгеп өлөшләтә түбәһе зыян күргән, тәҙрәләре ярылған. Башҡортостандың ремонт бригадалары белем усағында төҙөкләндереү эштәрен яңы уҡыу йылына тулыһынса тамамлаған.

Красный Луч Донецк ҡалҡыулығының көньяҡ битләүендә урынлашҡан. Луганск – халыҡ республикаһының сәнәғәт үҙәктәренең береһе. Халыҡ башлыса урындағы ташкүмер шахталарында эшләгән. Стратегик сеймалға бай төбәк булыуға ҡарамаҫтан, ҡала элек-электән Украина тарафынан үгәйһетелеп килгән. Социаль объекттар, күп фатирлы торлаҡ йорттарҙың күбеһе заман талаптарына яуап бирмәй.

16 июнь Украина ҡораллы көстәре осорған «Точка У» ракетаһы Красный Луч ҡалаһының акустика ҡорамалдары заводы биләмәһендәге хәрби арсеналға эләгә. Келәттәге хәрби припастар бер аҙна дауамында шартлай. Һөҙөмтәлә завод эргәһендә урынлашҡан торлаҡ кварталдары тотошлайы менән харабаларға әйләнә. Бында әле лә һауала дары еҫе, ә ерҙә мина ярсыҡтары һибелгән.

Был харабаларҙы таҙартыу ҙа Красный Луч ҡалаһында хеҙмәт вахтаһында булған Башҡортостан вәкилдәре иңендә. Рәсми телдә улар хәрби объект тип атала.

Украина ҡораллы көстәре тарафынан 16 июндә башҡарылған террор ғәмәленән һуң Красный Лучта төҙөкләндереү талап ителгән объекттар һаны 488-гә етте, уларҙың 98-е күп фатирлы йорттар.

Башҡортостан Луганск халыҡ республикаһына 2015 йылдан бирле ярҙам итә. Башта ул йәмәғәтселек башланғысы менән булһа, әле был эш республика етәкселегенең даими контролендә башҡарыла. Башҡортостан башлығы 2021 йылдың майында Миңлеғәли Шайморатовтың һуңғы төйәге, Петровское ҡалаһына сәфәре барышында Донбассҡа тыныс тормош ҡайтарыу, иҡтисади хеҙмәттәшлекте киңәйтеү тураһында билдәләгәйне. Шул мәлдә үк Радий Хәбиров 22-се мәктәпте заман талаптары буйынса яңыртыу кәрәклеге тураһында ла белдерҙе.

Вәғәҙә – иман. Башҡортостан башлығы һүҙендә торҙо. Петровское ҡалаһының Миңлеғәле Шайморатов исемендәге 22-се мәктәбе заман талаптары буйынса яңыртылды. Красный Луч ҡалаһында социаль һәм коммуналь инфраструктура төҙөкләндерелә. Башҡортостан юлсылары дошманды тар-мар итеүгә үҙ өлөшөн индерә. Ярҙам Луганск халыҡ республикаһы етәкселеге тарафынан да юғары баһалана.

Красный Луч менән Башҡортостанды Советтар Союзы Геройы Сафа Хәсәновтың исеме лә бәйләй. Ҡалалағы урамдарҙың береһе батыр яҡташыбыҙҙың исемен йөрөтә. 112-се башҡорт атлы дивизияһының миномет взводы командиры Сафа Хәсәнов Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Донбассты, шул иҫәптән Красный Луч ҡалаһын немецтарҙан азат итеүҙә ҡатнаша. Днепр йылғаһын кисеп сыҡҡанда күрһәткән батырлығы өсөн 1944 йылдың 15 ғинуарында Герой йондоҙо менән бүләкләнә. Сығышы менән ул Башҡортостандың Стәрлебаш районы Өмөтбай ауылынан. Герой Тыуған төйәгенең Йәлембәт ауылында ерләнгән.

Яңы уҡыу йылынан Красный Лучтағы 29-сы мәктәпкә Сафа Хәсәнов исеме бирелгән. Музей асылған. Илебеҙ азатлығы өсөн йәнен аямай алышҡан яугирҙарҙың яҡты иҫтәлеге һәр ваҡыт күңел түрендә, ти урындағы уҡытыусылар.

Рәсәй менән бергә булырға теләй. Референдум барышында ла күп милләтле илебеҙ һәм Башҡортостан күрһәткән ярҙам утлы төбәктә йәшәүселәргә ҡанат ҡуйҙы. Украина ҡораллы көстәре һайлау участкаларын махсус рәүештә сәпкә алыуына ҡарамаҫтан, халыҡ сәйәси ихтыярынан баш тартманы.

Был ҡаҙанышта ҡулына ҡорал тотоп дошман менән алышҡан замандаштарыбыҙ менән бер рәттән хеҙмәт фронтында еңеүҙе яҡынайтҡан яҡташтырыбыҙҙың өлөшө баһалап бөткөһөҙ.

Тормош дауам итә. Донъяға яңы ғына тыуған сабый ауаз һала. Тыныслыҡ, именлек, яҡтылыҡ, бәхет һәм еңеү тауышы булһын ул!
 
Пресс-служба Министерства здравоохранения Республики Башкортостан (информация БСТ)

Generated by Feedzy