Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, аҡ халатлылар десанты Донбасҡа май башында ебәрелгәйне. 23 табип һәм 17 урта медицина персоналынан торған төркөм төбәктең ауыл-ҡалалары буйлап урындағы халыҡтың сәләмәтлеген тикшерә. Теманы БЮТ каналы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Офтальмолог Зарема Әлимғолова күҙгә диагностика эшләп кенә ҡалмай, уға психолог та булырға тура килә. Һаулыҡ һаҡлау тармағында 10 йыллыҡ эш тәжрибәһе туплаған табип Луганск халыҡ республикаһына вахта менән сығыу тәҡдимен икеләнеүһеҙ ҡабул итә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларына бөгөнгө көнгә 8 гуманитар ылау оҙатты. Дөйөм ярҙам күләме 800 тонна самаһы тәшкил итә. Башҡортостан шулай уҡ Донбасҡа ярҙамға тәжрибәле белгестәрен дә ебәрҙе. 23 табип һәм 17 медицина хеҙмәткәренән торған аҡ халатлылар десанты халыҡ республикаларына эшкә бер айға юлланғайны.
8 йыл дауамында Украиналағы режимдың ҡыҫымында ҡалған халыҡ сәләмәтлеген нығытыуға айырыуса мохтаж. Красный Луч ҡалаһында йәшәүселәр тиҫтә йылға яҡын бөтөнләй медицина тикшереүе үтмәгән. Республиканан килтерелгән күсмә поликлиникаларҙа уларға заманса ярҙам күрһәтеү өсөн бөтә мөмкинлектәр ҙә бар. Беҙҙең өсөн ғәҙәти күренгән кардиограмма, УЗИ аппаратында тикшерелеү, рентген үтеү Красный Луч ҡалаһы халҡы өсөн баһалап бөткөһөҙ ярҙам.
Башҡортостан табиптарының Луганск халыҡ республикаһындағы вахтаһы тағы ла аҙна-ун көн дауам итәсәк. Был төркөм ҡайтыуға икенсе бригада ебәреләсәк. Теләк белдереүселәр әле үк бар. Шулай уҡ бөгөн вахтала булған биш-алты белгес тағы ла бер айға ҡалырға ниәт итә.
Пресс-служба Министерства здравоохранения Республики Башкортостан