Баймаҡ ҡала үҙәк дауаханаһында коронавирусҡа һәм грипҡа ҡаршы вакцинация дауам итә

Һаулыҡ-байлыҡ. Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү федераль хеҙмәте идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостанда декабрь урталарында грипп эпидемияһы көтөлә. Табиптар әле үк прививка яһатып ауырыуҙан һаҡланыу юлын хәстәрләргә кәңәш итә. Баймаҡ ҡала үҙәк дауаханаһында коронавирусҡа һәм грипҡа ҡаршы вакцинация дауам итә. Уның барышын БЮТ ижади төркөмө лә күҙәтте.
 

Һаҡланғанды -һаҡлармын. Үҙеңдең һәм тирә -йүндәгеләрҙең һаулығына хәүеф булдырмау маҡсатында грипҡа һәм ковидҡа ҡаршы прививҡа яһатыу мөһим икәнен һәр кем аңлай. Ҡала поликлиникаһында грипҡа ҡаршы вакцинация сентябрҙа башланып, ноябрь аҙағына тиклем дауам итәсәк. Әлеге көнгә оло йәштәгеләргә һәм балаларға яҡынса 8500 доза прививка һалынған.

Мәғлүм булыуынса, Ковид -19 вирусы Ҡытайҙа барлыҡҡа килеп, тиҙ арала бөтә илгә таралды .Тажзәхмәт күптәрҙе ҡорбан итте. Уға ҡаршы вакцина уйлап табылғас ҡына, вирустың кәмеүе күҙәтелә. Ковидҡа ҡаршы прививка эшләтерҙән алда,табип рөхсәте кәрәк. Пациенттың ҡан баҫымы, йөрәк тибеше,дөйөм һаулыҡ торошо тикшерелә.

Вирустарға ҡаршы прививканы күпселек халыҡ еңел үткәрә. Организмға ҡарап,һирәк кенә кешеләрҙә ҡыҫҡа ваҡытҡа температура күтәрелеүе,вакцина урыны ҡыҙарыуы күҙәтелә. Спиртлы эсемлектәр ҡулланмаҫҡа, укол урынын тырнау,һыулау, өшөүҙән һаҡланырға кәңәш ителә.
 
Пресс-служба Министерства здравоохранения Республики Башкортостан (информация БСТ)


Generated by Feedzy