17.03.2025

Маҡан ауылы халҡы ҡыуаныслы ваҡиға кисерҙе. “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение”) “Тәүге медицина-санитария ярҙамы күрһәтеү системаһын үҫтереү” федераль проектына ярашлы ауылда яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды.

Уны асыу тантанаһында район хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Рөстәм Шәрипов, үҙәк район дауаханаһының баш табибы урынбаҫары Рәмилә Шәрипова, Маҡан ауыл биләмәһе башлығы Ришат Мәмбәтов, ауыл халҡы ҡатнашты. Рөстәм Динислам  улы билдәләүенсә, был объект «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты ярҙамында Башҡортостан Башлығының хәстәрлеге менән асыла. Һуңғы ике йылда  районда туғыҙ ФАП асылһа, былтыр — дүртәү. Күптән түгел фельдшер-акушерлыҡ пункттары Федоровка, Әҙел ауылдарында файҙаланыуға тапшырылһа, әле — Маҡанда. Сиратта — Аҡнаҙар ауылы.
Маҡан ауылы фельдшеры Гөлшат Яҙыҡбаева һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә 30 йылға яҡын эшләй. Ауылдаштары өсөн ул өлгө, һәр кемдең сәләмәтлеге өсөн яуаплы ла. Уның ҡарамағында яҡынса меңгә яҡын кеше иҫәпләнә. Оҙаҡ йылдар Маҡан ауылының медицина учреждениеһы насар шарттарҙа эшләргә мәжбүр булған. Өр-яңы модулле фельдшер- акушерлыҡ пункты заман талаптарына тулыһынса яуап бирә, бында фельдшер һәм сирлеләр өсөн дә бар уңайлыҡтар тыуҙырылған.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указына ярашлы, һаулыҡ һаҡлау тармағы алдында торған ошо бурыстарҙы тормошҡа ашырырға кәрәк: хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен кәметеү, шулай уҡ яман шештән үлем күрһәткестәрен (100 мең кешегә 185 сир осрағына тиклем) аҙайтыу, сабыйҙар үлемен ҡыҫҡартыу (бер мең яңы тыуған сабыйға 4,5 промиллегә тиклем) һәм һәр кемдең тәүге медицина ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлектәрен арттырыу.
Инновациялы медицина технологияларын, шул иҫәптән пациенттың сәләмәтлегенә иртә диагностика һәм дистанцияла мониторинг системаһын индереү, тармаҡта берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә медицина ойошмаларының үҙ-ара берҙәм эшмәкәрлеге механизмдарын булдырыу – көн ҡаҙағындағы бурыстарҙың береһе.
 
Пресс-служба министерства здравоохранения Республики Башкортостан (информация сайта Башкортостан)