“Ростех” корпорацияһы гриптан һәм коронавирустан вакцина эшләргә ниәтләй. Тикшереүҙәрҙең тәүге йомғаҡтары бик һәйбәт, әммә хәүефһеҙ һәм һөҙөмтәле булһын өсөн вакцина барлыҡ тикшереүҙәрҙе лә үтергә тейеш тигән корпорация етәксеһе Сергей Чемезов. Быға тиклем Гамалеи үҙәге директоры 3-4 айҙан коронавирустан назаль вакцина әйләнешкә инәсәк, тип белдергәйне.
Пресс-служба Министерства здравоохранения Республики Башкортостан (информация сайта ВГТРК Башкортостан)