01.12.2024

Медицина колледждарында уҡыусылар арта

2022 йылда  республиканың медицина колледждарында студенттар һаны 400-гә арттырылды. Был күрһәткес “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына һалынған.
Дәүләт һәм муниципаль  медицина ойошмаларын кадрҙар менән тәьмин итеү буйынса ауырлыҡтар булыуы сер түгел. Сәбәптәре билдәле: кадрҙарҙың тармаҡтан күпләп китеүе, тотороҡһоҙлоҡ, табип профессияһының баһаһы кәмеүе. Медицина хеҙмәткәрҙәренең абруйын күтәреү буйынса байтаҡ саралар ҡабул итергә кәрәк. Яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшеү өсөн республиканың медицина колледждарында уҡыусылар һанын 400-гә арттырыу ҡаралды, шул иҫәптән, “Дауалау эше” белгеслеге буйынса – 150 , “Шәфҡәт туташтары эше”нә 250 уҡыусы алынасаҡ.
Тәүге звено һәм ашығыс медицина ярҙамын табиптар менән тәьмин итеү күрһәткестәре лә әлегә ҡәнәғәтләнерлек түгел. Был бурысты хәл итеү өсөн “Ауыл докторы” программаһы ҡулланыла,  тармаҡта етешмәгән белгестәргә эшкә урынлашҡанда ярҙам күрһәтелә.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, ямаш шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген  иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.
Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән  халыҡ өсөн.
 
Пресс-служба Министерства здравоохранения Республики Башкортостан (информация сайта Республика Башкортостан)