Ихтыяр һәм өмөт менән ҡоралланып.
Әллә ҡайҙан мөһабәт корпустары менән иғтибарҙы йәлеп иткән 18-се дауахананы баш ҡалала йәшәгән һәр кем белә. Пандемия башланғандан алып ул, ковид госпитале булараҡ, республиканың төрлө район һәм ҡалаларынан ҡаты сирлеләрҙе, хроник ауырыуҙары ҡатмарлашҡан, өҙлөгөүҙәргә дусар пациенттарҙы ҡабул итә. Пандемияның һәр тулҡыны алдағынан хәтәрерәк, юғалтыуҙар күберәк, көндәр көсөргәнешлерәк. Күп профилле стационар ковид госпиталдәре араһында иң ҙурыһы – 500-гә яҡын урынға иҫәпләнгән.
Уның заманса медицина ҡорамалдары, тейешле аппараттар менән тәьмин ителгән, республикала “ҡыҙыл зона”ла урынлашҡан ангиографы булған берҙән-бер клиника икәнен дә билдәләйек. Һаҡланыу костюмдары кейгән хирургтар ошо ҡорамалда ашығыс операция яһарға мәжбүр. Пациенттар бында инфаркт, инсульт кеүек кисектергеһеҙ ярҙамға мохтаж сирҙәр менән килтерелә, уларға тәүге сәғәттә үк ашығыс ярҙам күрһәтергә кәрәк. Табиптар бригадаһы тәүлек әйләнәһенә дежурҙа тора, былтыр ғына ла ангиографта 2121 операция яһалғаны билдәле. Шуларҙың 724-е – коронарография. Бынан тыш, ангиопластика һәм башҡа ҡатмарлы операциялар эшләнә. Рентген-хирургтар иҫәбендә – меңдән ашыу ҡотҡарылған ғүмер. Шәхси һаҡланыу костюмдарында операция яһауҙың ни тиклем ҡатмарлы булыуы аңлашыла торғандыр. Бер юлы ковид һәм инсульт менән сирләгән ауырыуҙы дауалау, аяҡҡа баҫтырыу – үтә ауыр мәсьәлә, нисек тә ҡәҙерле ваҡытты әрәм итмәү, йәһәтерәк дөрөҫ ҡарарға килеү, тергеҙеү ысулдарын ҡулланыу бик мөһим. Бәлки, ковидты дауаларҙар ҙа, ә инсульт эҙемтәләре кешене инвалидлыҡҡа килтереүе, тормош сифатын бик ныҡ түбәнәйтеүе ихтимал. Юғалтылған функцияларҙы тергеҙеү өсөн һанаулы ғына ҡалған ҡиммәтле ваҡытты дөрөҫ файҙаланырға тырыша ла инде табиптар. Был ҡәҙерле сәғәттәрҙе юғалтҡанда артабанғы дауаланыу, ғәҙәти тормошҡа ҡайтыу юлы оҙайлы һәм ауыр буласаҡ, ти белгестәр.
Дауаханала ГОСТ Р ИСО 9001:2015 стандарты нигеҙендә сифат менеджменты системаһы индерелгән һәм сертификатланған. Шулай уҡ ул “Медицина эшмәкәрлеге сифаты һәм хәүефһеҙлеге” сертификатлау системаһында һынау үткән. Былары – дауахана эшмәкәрлеген юғары кимәлдә таныу тигән һүҙ.
Коронавирус тормошобоҙҙо нисек кенә сикләмәһен, кешеләргә башҡа ыҙалаған сирҙәрҙе дауалау өсөн дә тейешле медицина ярҙамы кәрәк, шуға күрә дауахана структураһында ике поликлиника, республикала берҙән-бер бешеү үҙәге планлы рәүештә эшләүен дауам итә. Әлбиттә, эш барышы тулыһынса үҙгәртелгән, поликлиникалар ғәҙәткә ингән “ике ишек” рәүешендә хеҙмәтләндереүҙе дауам итә.
Уҡыусыларыбыҙҙы республикалағы иң ҙур дауаханаларҙың береһе менән ҡыҫҡаса ғына таныштырҙыҡ, ә хәҙер стационарҙағы көсөргәнешле хеҙмәт көн-төн дауам иткән, ҡыл өҫтөндә торған ғүмерҙәрҙе һаҡлап ҡалыу өсөн ныҡышмалы көрәш барған, йыш ҡына ауыр кисерештәр, хис-тойғо хакимлыҡ иткән реанимация бүлеге менән танышайыҡ.
Уның етәксеһе Айрат Вәлиәхмәтов элек реанимация бокстары урынлашҡан, хәҙер “таҙа зона” иҫәпләнгән ҡатҡа алып килде. Һәр ерҙә дауаханаларға хас аҡ стеналар, стерилле, таҙа, иркен коридорҙар, тәрән тынлыҡҡа сумған медицина учреждениеһы ығы-зығыһыҙ ҡаршыланы. Беҙ көткән йәнлелек тойолмай.
“Ковид сирлеләр өсөн алтынсы ҡатта айырым бүлек булдырылды, сөнки пациенттар күп. Республиканың төрлө ҡала һәм райондарынан имгәнеүҙәр, йөрәк-ҡан тамырҙары, гинекология сирҙәре, юл-транспорт ваҡиғаһына юлығыусылар ошонда килтерелә. Айырыуса октябрь-ноябрь айҙары бик көсөргәнешле булды, тәүлегенә 70-80 пациентты ҡабул иттек. Әле улар кәмей төштө, бөгөн, мәҫәлән, 32 ауырыу килтерелде”, – ти Айрат Рәйес улы. Тынғыһыҙ эш көнөнән һуң ваҡыт табып, матбуғат хеҙмәткәрҙәре менән аралашырға, ысынбарлыҡты күҙ алдына баҫтырырға ярҙам иткән табиптарға рәхмәттән башҡа һүҙ юҡ. Быйыл Пирогов ордены менән бүләкләнгән Айрат Вәлиәхмәтовтың портреты оҙаҡ ҡына ваҡыт башҡа хеҙмәттәштәренеке менән бергә Өфө урамдарын биҙәп торҙо. “Рәхмәт, доктор!” тигән акция барышында хөрмәткә лайыҡ заман геройҙары менән шул рәүешле булһа ла бер аҙ танышҡайныҡ инде.
Дәүләкән районында тыуып үҫкән буласаҡ табип, Башҡортостан дәүләт медицина университетын тамамлағандан һуң, тап ошо 18-се ҡала дауаханаһына эшкә урынлаша. Ошо көнгәсә анестезиолог-реаниматолог, хәҙер инде реанимация бүлеге мөдире вазифаһын башҡара.
– Айрат Рәйес улы, егерме биш йыл буйы медицина тармағының иң ауыр, ҡатмарлы өлкәһендә эшләүегеҙ – хайран ҡалырлыҡ күренеш. Ошо “ҡаҙанда” ҡайнап, ни тиклем көслө сынығыу алһағыҙ ҙа, көтөлмәгән хәл-ваҡиғаларға күнекһәгеҙ ҙә, һөнәрегеҙҙең белгес һәләтенә генә бәйле, уның халәтенән генә торған нескә урындары барҙыр, моғайын?
– Реанимациялағы эш физик яҡтан да, әхлаҡи яҡтан да ауыр, быны инҡар итеп булмай. Айырыуса тормош тәжрибәһе булмаған, һөнәрен тулыһынса үҙләштереп етмәгән йәштәргә ауырға тура килә. Профессиональ яҡтан тиҙ яныуға дусар улар. Шулай ҙа анестезиолог-реаниматолог өсөн иң ҡыйыны – дөрөҫ ҡарарға килеү өсөн ваҡыттың тығыҙлығы. Башты бик тиҙ эшләтергә, иң хәүефһеҙ юлды һайларға кәрәк. Ауыртыуҙы баҫыу өсөн наркоз биреү, операция мәлендә пациенттың йәшәү эшмәкәрлеген тәьмин итеү, тейешле кимәлдә ҡан запасы булдырыу – барыһы ла мөһим.
Инсульт йәки инфаркт кисергән, шул уҡ ваҡытта ковид йоҡторған ауырыуҙарҙы дауалауҙы бергә алып барабыҙ. Кеше инфаркт кисергән икән, минималь тикшереү саралары үткәрелә: электр кардиограммаһы, ҡан анализдары алына, коронарография үткәрелә, ҡан тамырҙарында тромбтар юҡмы, тамырҙар зарарланмағанмы, тараймағанмы, төйөрсәләр юҡмы – барыһы ла тикшерелә. Кәрәк икән, стент ҡуйыла йәки тромбоэкстракция үткәрелә. Кеше реанимацияла бер-ике тәүлек күҙәтеү аҫтында булғандан һуң, ғүмеренә хәүеф янамағанда, ғәҙәти палатаға күсерелә. Тик ҡан баҫымы, пульсы, тын алыуы нормала булырға тейеш.
Ковид госпитале өсөн реанимацияла 40 урын булдырылған. Һәр ауырыу – табиптарҙың күҙәтеүендә. Электр кардиограммаһы йыш яһала, сатурация кимәле, пульсы, ҡан баҫымы даими тикшерелә. Шәфҡәт туташтары һағы реанимация палатаһы эсендә, 24 сәғәт буйы улар ауырыуҙарҙан күҙҙәрен дә алмай.
– Коллективығыҙ вирусҡа бирешмәйме? Иң ҙур хәүеф ошо “ҡыҙыл зона”ла бит.
– Былтыр барыбыҙ ҙа тиерлек коронавирус инфекцияһын йоҡторҙоҡ, ауырыштыҡ. Һауыҡҡандан һуң вакцина яһаттыҡ. Табиптарҙың арып-талсығыуы, профессиональ яныуы беҙгә лә хас. Кеше хеҙмәтенең емешен күрер өсөн белемен, көсөн, энергияһын түгә, тик ҡайһы саҡ тырышлыҡ көткән һөҙөмтәне бирмәй. Хеҙмәтенең бушҡа түгелеүен күргән табипта йыш ҡына һөнәргә хас яныу билдәләре күренә башлай. Мәҫәлән, ул пациент күрергә теләгән дәрәжәлә уға иғтибар күрһәтә һәм күңел йылыһын бирә алмай, шуға күрә, мөдир булараҡ, төп бурыстарымдың береһе – эште дауалау сифатына зарар килтермәҫлек итеп, мөмкин тиклем уңайлы ойоштороу, ялды дөрөҫ планлаштырыу, дәртләндереү сараларын уйлап табыу.
Ковид госпиталендә эшләүҙең йәш белгестәр өсөн сынығыу, тәжрибә туплау мәктәбе булыуын да танырға кәрәк. Бында бер аҙнала күргән-кисергәнде һәм алған тәжрибәңде ғәҙәттәге ваҡытта бер йыл эсендә лә туплай алмайһың.
– Айрат Рәйес улы, быйыл матбуғат баҫмаларында 18-се дауахана эшмәкәрлегенә дәғүә белдергән яҙмалар ҙа күренгеләне. Хәйер, башҡа дауалау учреждениелары ла “өлөшһөҙ” ҡалмай. Бындай ялыуҙарҙың нигеҙе бармы?
– “Дүртенсе тулҡын”дың үтә ауыр булыуы сер түгел. Быны бөтә бүлек хеҙмәткәрҙәре лә яҡшы тойҙо. Стационар пациенттар менән шығырым тулды, бер осор беҙҙә 522 ауырыу дауаланды. Әйтеүемсә, 18-се дауахана – ҡаты сирләгән ковид ауырыуҙарҙы үҙ яуаплылығына алған иң ҙур дауахана. Контингенттың үҙе лә бик “ауырайҙы”. Сәбәбен әлегә асыҡлап булмай, бәлки, вирус штамы үҙгәргәндер, бәлки, миҙгелгә хас вируслы сирҙәр ҡушылып, ковидты көсәйткәндер. Кислородҡа мохтаж ауырыуҙар артты, дауаханаға килеп ингәс тә, уларҙың 70 процентына кислород ярҙамы талап ителде. Ҡаты ауырыуҙар күп булғас, юғалтыуҙар ҙа арта, ә был хәл менән килешеү беҙгә лә бик ауыр. Йыш ҡына мәкерле вирусҡа микробтар ҡушыла, шунан сепсис башлана, аҙаҡ үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырырға тура килә.
Беҙ бит ыңғай хәлдәргә ҡарағанда күңелһеҙ ваҡиғаларға иғтибарҙы нығыраҡ йүнәлтәбеҙ. Реаниматологтар үпкәһенең йөҙ проценты зарарланған пациенттарҙы ла аяҡҡа баҫтырыуҙары, ғүмерҙәре ҡыл өҫтөндә ҡалған әллә күпме кешене үлем тырнағынан алып ҡалыуҙары менән һис ғорурланмай, бары үҙҙәренең көндәлек эше тип иҫәпләй.
Үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған, йәшәүгә өмөтө ҡалмаған бер ауырыуҙы айҙан ашыу дауалап, һауыҡтыра алдыҡ. Бындай һөйөнөслө ваҡиғалар ярайһы күп булһа ла, күңелде яралағандары, хафаландырғандары, әрнеткәндәре йөрәктә нығыраҡ ҡала. Һәр пациентҡа берҙәй тигеҙ ҡараш һәм иғтибар бүленә, дарыуҙар сикләнмәй, олоһона ла, кесеһенә лә тейешле препараттар тәғәйенләнеүенә ҡарамаҫтан, һөҙөмтәләр төрлөсә булыуы мөмкин. Беҙҙең дауахана бөтә кәрәкле ҡорамалдар, дарыуҙар менән һәйбәт тәьмин ителгән, уларҙы һатып алыр өсөн аҡсабыҙ етерлек. Антибиотиктар, коагулянттар үтә ҡиммәтле булһа ла, һәр саҡ запас бар. 0,4 миллилитрлыҡ уколдың 50 мең һумдан ашыу тороуын иҫәпләһәң, бер ауырыуҙы дауалауға күпме финанс сығымы кәрәклеге көн кеүек асыҡ. Тик, үкенескә ҡаршы, был ҡиммәтле дарыуҙар ҙа йыш ҡына әжәлдән ҡотҡара алмай…
Ауырыуҙарҙың да төрлөһө бар, сирҙең ни тиклем мәкерле булыуын аңлап етмәгәндәре байтаҡ. Кислород аппаратында ятҡан пациент, хәленең бер аҙ яҡшырыуын тойоп, үҙен өйгә ҡайтарыуҙарын һорап ялына башлай. Ысынлап та, һүҙен тыңлап ҡайтарып ебәрһәң, өйөндә бер нисә сәғәт тә тормай һәләк буласаҡ. Ауырыуҙарҙың 90-95 проценты кислородта ята беҙҙә.
– Һеҙҙең өсөн дә пандемия йылдары мул тәжрибә туплау дәүере булғандыр. Ауырыуҙарҙың клиникаһы күҙ алдығыҙҙан үтә, пациенттың сир тарихын бергәләп яҙаһығыҙ, даими күҙәтеүҙәр алып бараһығыҙ. Киләсәктә ғилми эш менән шөғөлләнергә уй-теләгегеҙ бармы?
– Мин ҡулымдан килгән ысынбарлыҡтағы эш менән шөғөлләнергә яратам, яҙыу-һыҙыуға ҡәҙерле ваҡытымды сарыф иткем килмәй. Өҫтәүенә, һуңғы ваҡытта фән кандидаттары, диссертация яҙыусылар самаһыҙ артты, бәлки, шуғалыр ҙа был ғилми хеҙмәттәрҙең бер ни тиклем баһаһы төштө. Скальпель тоторға саҡ өйрәнгән белгестәрҙең диссертацияға тотоноуы хатта ҡайһы саҡ аптырашта ҡалдыра. Мин әлегә үҙемде ошо тынғыһыҙ реанимация бүлегенән башҡа күҙ алдына килтерә алмайым.
– Ғәҙәттә, кешеләр түрәләрҙе, начальниктарҙы өнәп еткермәй, әммә был вазифаға үҙҙәрен тәҡдим итһәләр, моғайын, баш тартмаҫтар ине лә… Бер яҡтан, етәксе вазифаһы күпселек өсөн кире тойғо тыуҙырһа, икенселәр уның бик яуаплы һәм абруйлы булыуын таный. Көслө лидерҙар үҙҙәре етәкселек иткән һәр эшһөйәрҙе үҫтерә, һәләтлеләргә юл бирә, яҡшы идеяларҙы хуплай белә. Ҡайһы бер етәкселәр абруйҙы хеҙмәткәрҙәрен “ҡамсылап”, кемдер “перәник” биреп, яҡшы мөхит, уңайлы шарттар тыуҙырып яулай. Артыҡ “йомшаҡ”тарҙы ла, мәсьәләләрҙе үҙе генә хәл итергә тырышҡан “ҡаты ҡуллы”ларҙы ла халыҡ үҙ итмәй. Ә һеҙ ниндәй етәксе?
– Беҙҙә “ҡамсылап” йәки команда биреп кенә хеҙмәткәрҙәрҙең эшен ойоштороп булыуы икеле. Мин кешеләргә йылы мөнәсәбәттә булырға тырышам. Үҙемде “шәфҡәтле етәксе”ләрҙең береһе тип иҫәпләйем. Бүлексәнең эшмәкәрлеген контролләйем, тәғәйенләнгән дауаларға үҙгәрештәр индерәм, һәр ауырыуҙың хәлен күҙ уңында тотам. Төнгө сменаға килгән медицина хеҙмәткәрҙәре, үҙҙәренең эшен күҙәткән начальник булмауға ҡарамаҫтан, ваҡытты керпек тә ҡаҡмай эш өҫтөндә үткәрә. “Ҡыҙыл зона”ла ял итергә кушетка ла, эсергә һыу ҙа юҡ. Мәҫәлән, ошо төндә генә ун ауырыуҙы ҡабул иткәндәр, һәр береһенә дауа тәғәйенләп, тәүге медицина ярҙамы күрһәткәндәр. Уларҙың береһенең дә мине уңайһыҙ, көтөлмәгән хәлгә ҡуймаясағына ышанам. Бөтәһе лә үҙҙәренең ниндәй көсөргәнешле, яуаплы урында эшләүен яҡшы белә, тәжрибәләре етерлек, шуға күрә ялға киткәндә эшемде улар иңенә икеләнеүһеҙ-ҡурҡыуһыҙ йөкмәтәм.
– Батырға ла ял кәрәк, тигәндәй, ҡышҡы һалҡында ҡайҙа юл тотмаҡсы булдығыҙ?
– Ваҡытында ял итеү, көндәлек мәшәҡәттәрҙән аҙға булһа ла арыныу табиптарға ғына түгел, һәммә кешегә фарыз. Йылы яҡҡа сәфәргә сығырға ине ниәтебеҙ. Тормош иптәшем Гөлнара Марат ҡыҙы ошо уҡ дауаханала терапевт булып эшләй. Беҙ ғаиләбеҙ менән сәйәхәт итергә яратабыҙ. Утыҙлаған илдә сәфәрҙә булдым, донъя менән танышыу, ер-һыу күреү аң даирәһен киңәйтә, яңы дәрт-уйҙар, идеялар менән һағынып ҡайтам.
Мин машина менән сәйәхәткә сығырға ғәҙәтләнгәнмен. Ҡайһы ерҙә теләйһең, шунда туҡтайһың, аралашаһың. Эстонияның Палдиски ҡалаһында башҡорт халҡының милли батыры Салауат Юлаевҡа ҡуйылған һәйкәлде ҡыҙыҡһынып та, көнләшеп тә ҡараныҡ. Занзибарҙа, телде белмәһәк тә, кескәй африкандар менән дуҫлашыуыбыҙ хәтергә уйылып ҡалды. Һәр ерҙә яҡшылыҡ, яҡтылыҡ, мәрхәмәтлек өлгөләрен күреп, хис-тойғоға байып ҡайтабыҙ.
– Яңы йыл барыбыҙға ла уңыштар алып килһен! Имен-һау булайыҡ. Әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт, Айрат Рәйес улы!
Пресс-служба Министерства здравоохранения Республики Башкортостан (информация сайта Башкортостан)