Раевка үҙәк район дауаханаһына заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылды

Раевка үҙәк район дауаханаһына «Сәләмәтлек» милли проектының «Беренсел медицина ярҙамын яңыртыу» программаһы буйынса яңы медицина техникаһы – рентген, маммограф, флюорограф килтерелгән. Яңы ҡорамалдар менән йыһазландырылған кабинеттарҙа август аҙағынан пациенттар ҡабул ителә. Әлшәй районынан БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева яҙмаһы.

Яңы рентген аппаратында эш яйлыраҡ, уңайлыраҡ, ти белгестәр. Хәҙер пленка тотоп йөрөйһө түгел. Бөтә эш электрон форматта башҡарыла.

Снимок автоматик рәүештә табип компьютерына күсә. Лүзә Хәсән ҡыҙы медицинала утыҙ йылдан ашыу. Әле бындай шарттарҙа ул беренсе тапҡыр эшләй.

Әлшәй районы ҡатын-ҡыҙҙары хәҙер маммографияны урындағы поликлиникала үтә ала. Быға тиклем улар Стәрлетамаҡ, Дәүләкән ҡалаларына йөрөгән йә «Сәләмәт республика» күсмә поезын көткән.

Әле күптән түгел генә йоғошло сир арҡаһында көнөнә ике йөҙәр пациент ҡабул иткән флюорография кабинеты янында сират юҡ. Бында ла хәҙер төҙөк, яңы техника эшләй. Район дауаханаһында хеҙмәткәрҙәр һәм пациенттар өсөн дә шарттар булдырыла, тик кадрҙарға ҡытлыҡ мәсьәләһе бар.


Дауахана 38 мең кешене хеҙмәтләндерә. Кадрҙарҙы йәлеп итеүгә килгәндә, беҙгә реаниматолог,анестезиолог, хирург , офтальмолог, лор табиптар кәрәк.
Венер Иҙекәев, Раевка үҙәк район дауаханаһы баш табибы

Быйыл Башҡорт дәүләт медицина университетында маҡсатлы программа менән уҡыған өс йәш белгестең ҡайтыуы көтөлә. Баш табип әйтеүенсә, эшкә килеүселәр йәшәү урыны менән дә тәьмин ителәсәк.
 
Пресс-служба Министерства здравоохранения Республики Башкортостан (информация сайта ГТРК РБ)

Generated by Feedzy