16.07.2025

Асҡын район үҙәк дауаханаһы тар профилле белгестәр менән тулыланған. Бынан тыш, дауханала “Асыҡ регистратура” проекты уңышлы эшләй. Уның һөҙөмтәһе менән табиптар ҙа, пациенттар ҙа ҡәнәғәт.   Баш табип Вадим Ғәләүетдинов.
Дүртөйлө районында балалар дауаханаһы заманса  медицина ҡорамалдары менән тулыланды. Уның өсөн дәүләт ҡаҙнаһынан 37 миллион һум аҡса бүленгән.  “Яңы технологиялар сирҙе башланған мәлендә үк асыҡларға мөмкинлек бирә”, — ти  дауахананың баш табибы Айҙар Хамматов.
 
Пресс-служба Министерства здравоохранения Республики Башкортостан (Подробнее на радио Юлдаш)