Республикала «Атайсал» проекты ярҙамында ФАП асыласаҡ


«Атайсал» проекты сиктәрендә Стәрлетамаҡ районы Байраҡ ауылында фельдшер-акушерлыҡ пункты асыу планлаштырылған.

Эшҡыуар Руслан Харрасов Кесе Ватанын хәстәрләп, оҙаҡ йылдар буш торған бинаны ремонтлай.  Байраҡ һәм Отрадовка ауылдарын төҙөкләндереүгә тос өлөш индергән замандашыбыҙ менән БЮТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина ла осрашты

Ҡасандыр ябылған фельдшер-акушерлыҡ пунктын танырлыҡ та түгел. Стәрлетамаҡ районы Байраҡ ауылындағы ташландыҡ бинала капиталь ремонт эштәре тамамланыу алдында. Быйыл яҙ урындағы хакимиәт етәкселеге медицина учреждениеһын тергеҙеү башланғысы менән район советы депутаты, эшҡыуар Руслан Харрасовҡа сыҡҡан. «Атайсал» проекты сиктәрендә ул реконструкцияға ете йөҙ мең һумлыҡ финанс ярҙам күрһәткән

Урындағы халыҡҡа бөгөн медицина ярҙамы күрше Отрадовка ауылында күрһәтелә. Әммә был ваҡытлыса ғына ҡаршылыҡтар. Бинала ремонт тамамланғас та, эшмәкәрлеккә лицензия алыу планлаштырыла. Шул уҡ ваҡытта медицина ҡорамалдары, йәш белгестәргә лә ихтыяж бар.

Руслан Харрасов район советы депутаты булараҡ халыҡ менән һәр ваҡыт бәйләнештә. Уның ярҙамы биш йыл элек Отрадовка ауылында Дан аллеяһы ла ойошторолған. Билмәлә тарихи даталарҙы билдәләү изге йолаға әүерелгән. Хәрби хәрәкәттәр ветерандары биләмәлә яңы һәйкәл-арт-объекттар урынлаштырырға ла ниәтләй. Тәүмаҡсат — үҫеп килгән быуынды патриотик рухта тәрбиәләү.


Руслан Харрасов йыл һайын хәйриә эшенә яҡынса ике миллион һум аҡса йүнәлтә. Тыуған яғында спортты үҫтереүгә тос өлөш индерә. Көрәшселәрҙең Халыҡ-ара кимәлдәге турнирҙарҙа ҡатнашыуын финанслай.  Стәрлетамаҡ районында Бәләкәй Ватанына тоғролоҡ күрһәтеп, ауылдарҙы төҙөкләндереүҙә ҡатнашыусылар ҙа бихисап.

«Атайсал» проекты сиктәрендә генә 372 проект тормошҡа ашырыла. Йәмәғәт биләмәләрен үҫтереүгә төп баҫым яһала.

Павел Шорохов, Стәрлетамаҡ районы хакимиәтенең мәҙәниәт, спорт, йәштәр сәйәсәте һәм йәмәғәт берләшмәләре менән бәйләнеш идаралығы етәксеһе

 «Атайсал» проекты муниципаль берәмектәр үҫеше өсөн бик мөһим. Социаль әһәмиәттәге һорауҙарҙы хәл итергә ярҙам итә. Бағыусылыҡ эшендә бәләкәй һәм урта бизнес өлкәһе вәкилдәренән тыш, ауыл халҡы ла әүҙем ҡатнаша. Мәғариф, мәҙәниәт учреждениеларын, юлдарҙы төҙөкләндереүгә айырыуса иғтибар бүленә.


«Атайсал» проекты республика етәксеһе Радий Хәбиров башланғысы менән мартта тормошҡа ашырыла башлағайны. Тыуған яғын төҙөкләндереүҙә һәр кем ҡатнаша ала. Бының өсөн ataisal.ru порталында ярҙам итергә теләгән ауыл-ҡаланы һайлап, проект тәҡдим итергә һәм булышлыҡ төрөн күрһәтергә кәрәк. Яҡташлыҡ көсө берҙәмлектә.
Сығанаҡ: БСТ