Республикала коронавирус инфекцияһынан вакцина һәм ревакцинация эшләтеү дауам итә

 
Бөгөн 3 мең ярымғаса кеше беренсе компонентты ҡаҙатҡан. Миллион ярым самаһы ревакцинацияны үткән. Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, «Спутник V» вакцинаһын көнөнә 10 меңдән ашыу кеше эшләтә.

 

Йәмғеһе 251 пункт ойошторолған. Шулай уҡ төбәктәрҙә күсмә мобиль бригада ла булдырылған. Әйткәндәй, вакцинация темпы буйынса Башҡортостан алдыңғы биш төбәк исемлегенә ингән. Бынан тыш, республика медицина учреждениеларында миҙгел киҙеүенә бәйле профилактик саралар ҙа индерелде.

Бөгөн прививканы 250 меңләп кеше араһынан тәү сиратта педагогтар, социаль хеҙмәткәрҙәр, балалар һәм хаҡлы ялдағылар ҡаҙатҡан. Коллектив иммунитет булдырыу өсөн республикала йәшәүселәрҙең 60 проценты вакцина эшләтергә тейеш.
 
Пресс-служба Министерства здравоохранения Республики Башкортостан (информация БСТ)