Сертификаттың формаһы үҙгәрҙе


Рәсәйҙә COVID-19-ға ҡаршы яһатҡан вакцина сертификатының формаһы үҙгәрҙе. Һаулыҡ һаҡлау министрлығының был туралағы приказы 8 ноябрҙән ғәмәлгә инә. Документ хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылып сыҡты.

Сертификаттың яңы формаһын Һаулыҡ һаҡлау министрлығы 25 октябрҙә үк индергәйне. Документта хәҙер пациенттың шәхси мәғлүмәттәре – исем-шәрифе, тыуған ваҡыты, енесе, адресы, паспорт мәғлүмәттәре, СНИЛС, медицина полисы – билдәләнә. Бынын тыш прививка тураһында тейешле мәғлүмәт – ҡуйыу ваҡыты, препараттың атамаһы һәм яһатҡан ойошма атамаһы, әгәр ҙә бар икән — прививканың ярамағанын күрһәткән сәбәп, сирләгән осраҡта COVID-19 үткәреү тураһында мәғлүмәт бирелә. Сертификаттың беренсе битенең өҫкө уң яҡ мөйөшөндә QR-код күрһәтелә.
Сертификат рус һәм инглиз телдәрендә яҙылып электрон һәм ҡағыҙға баҫылған өлгөләрҙә тапшырыла. «Госуслуги» порталында вакцина яһатҡандан алып өс көн үткәнсегә тиклем урынлаштырыла.
 
Пресс-служба Министерства здравоохранения Республики Башкортостан (по информации ВГТРК Башкортостан)