Шундай яҡташтарың булһын ул!


Дүртөйлө районының Яңы Уртай ауылында фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды.
Быға тиклем Яңы Уртай ауылы халҡы медицина ярҙамы артынан 12 километр алыҫлыҡта ятҡан күрше Иҫке Байышҡа йәиһә Дүртөйлө ҡалаһына йөрөнө. Пандемия осоронда ауылда фельдшер-акушерлыҡ пункты асылыуы һөйөнөслө ваҡиға булды.
Ул “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы төҙөлдө. Фельдшер Илгиз Динисламов көн һайын Яңы Уртай һәм Илдус ауылдары халҡын ҡабул итә. Бында анализдар бирергә, инъекция, прививка яһатырға, ЭКГ, терапевт һәм тар белгестәр тикшереүен үтергә мөмкин. Ошонда уҡ коронавирус инфекцияһынан прививка эшләтергә була. Медицина пунктына һыу үткәрелгән, ул үҙәк коммуникацияларға тоташтырылған.
«Был мәсьәләлә “Рәсәй” тоҡомсолоҡ заводы” агропредприятиеһы ҙур ярҙам күрһәтте, – ти Дүртөйлө районының Иҫке Байыш ауыл Советы башлығы Илдус Хәмиев. – Рәфил Нәжип улы Ғүмәров тыуған яғына һәр саҡ ярҙам итергә тырыша, беҙҙең бөтә башланғыстарҙы хуплап ҡаршы ала. “Атайсал” проектына ярашлы, ул беҙгә ФАП төҙөүҙә, техника менән тәьмин итеүҙә булышлыҡ күрһәтте. Бар ауылдаштар исеменән Рәфил Нәжип улына ҙур рәхмәт белдерәбеҙ».
Сығанаҡ: Башҡортостан газетаһы
Фото: Дүртөйлө районы хакимиәте.