11.02.2025

«Сысҡан биҙгәге» — ваҡ ҡан тамырҙарҙы, бөйөр, үпкә һәм башҡа ағзаларҙы зарарлаусы йоғошло ауырыу.Сирҙе таратыусы — сысҡандар. Хәүеф төркөмөнә ауыл халҡы һәм туризм яратыусылар инә.Бөгөн «Сәләмәт булығыҙ» тапшырыуында Республика йоғошло сирҙәр клиник дауахананың бүлек мөдире, юғары категориялы инфекционист Фәғилә Ҡотлоғужина менән сирҙе дауалау һәм иҫкәртеү хаҡында һөйләшәбеҙ.Эфир ваҡыты: 11 сәғәт 15 минут.Алып барыусыһы: Динара Сафина.
 
Пресс-служба Министерства здравоохранения Республики Башкортостан (информация сайта «ЮЛДАШ» радиоһы 105.5 Fм)