Проект ярҙамында Бүздәк үҙәк район дауаханаһының хирургия хеҙмәте заманса тамограф менән тәьмин ителде.
Тәүге пациенттар заманса ҡорамалдың уңайлыҡтары менән ҡуллана башланы ла инде. Бынан тыш бинаға капиталь ремонт үткәрелгән. Табиб-рентгенологтар заманса яңы ҡорамалда эшләү өсөн махсус белем алған. Район биләмәһенән федераль М5, республика әһәмиәтендәге Стәрлетамаҡ-Бүздәк-Дүртөйлө трассалары үтә.
Йыш теркәлгән юл-транспорт ваҡиғаларына тарыусы пассажирҙарға юғары кимәлдә хирургик ярҙам күрһәтеү буйынса махсус травматология бүлеге эшләп килә. Компьютер томографияһы ярҙамында нейройәрәхәттәрҙе, һөйәк системаһын 3д форматында күрергә, онкологияны иртә диагностикаларға, ҡан тамырҙарын контраст ысул менән тикшерергә, инсульт үткәреүселәргә 2 сәғәттән ашыу ваҡыт арауығында ярҙам күрһәтеп өлгөрөп, йәшәү сифатын күтәрергә мөмкин.
Пресс-служба Министерства здравоохранения Республики Башкортостан (Подробнее на БСТ)