17.03.2025

Бер ай дауамында БДМУ-ның махсуслашҡан табиптар төркөмө Урта Азия дәүләтенең Карши, Термез, Бохара һәм Навои ҡалалары халҡына коронавирусҡа ҡаршы көрәштә медицина ярҙамы күрһәтте.

Бригада составында тәжрибәле табип-анестезиолог-реаниматологтар пациенттарға 2000-дән ашыу консультациялар үткәрә, 900 пациентты ҡабул итә. Аҡ халатлылар десантын тәжрибәле табип, уҡыу йортоноң сит ил студенттары менән эшләү буйынса деканы Рәсүл Фәршатов етәкләй.

Үзбәкстан менән Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министрлыҡтары араһында килешеү нигеҙендә Башҡорт дәүләт медицина университетынан 30 студент Урта Азияла тәжрибә тупланы. «Ҡыҙыл зона»ла күрһәткән фиҙәҡәрлектәре өсөн Үзбәкстан етәкселеге уларға рәхмәт белдерҙе.

Ковидҡа ҡаршы көрәштә үҙҙәрен яҡшы яҡтан ғына күрһәткәне өсөн табибтарға Башҡорт дәүләт медицина университеты етәкселегенең маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды.
Сығанаҡ: «Юлдаш» радиоһы