Табиптар өсөн – ҙур ҡаҙаныш

Күптән түгел Күмертау ҡалаһында, баш ҡаланың “Ашығыс медицина ярҙам” дауаханаһының тәжрибәле белгестәре етәкселегендә оҫталыҡ дәресе үткән.
Күптән түгел Күмертау ҡалаһында, баш ҡаланың “Ашығыс медицина ярҙам” дауаханаһының тәжрибәле белгестәре етәкселегендә, урындағы рентгенэндоваскуляр хирургтар геморрагик инсульт ваҡытында церебраль ангиография үткәреүҙе үҙләштергән.  Табиптар билдәләүенсә, уҙғарылған оҫталыҡ дәресе  –  тотош Күмертау округы өсөн ҡаҙаныш, алға табан ҙур аҙым. Ошо ҡатмарлы алым ярҙамында күп кешеләрҙең ғүмере ҡотҡарыласаҡ.
Әйтергә кәрәк, Рәсәйҙә һуңғы йылдарҙа  йөрәк-ҡан тамырыҙары сирҙәре менән көрәшеү системаһы етди яңырыу кисерә. Ил Президенты  Владимир Путиндың башланғысы менән тормошҡа ашырылған “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына (национальный проект «Здравоохранение») ярашлы, Рәсәйҙә 140 ҡан тамырҙары үҙәге һәм 469 беренсел ҡан тамырҙары бүлектәре заманса  медицина ҡорамалдары менән йыһазландырыласаҡ.
Милли проектты тормошҡа ашырыу нигеҙендә ҡан тамырҙарына бәйле сирҙәрҙән үлем кимәле дүрт тапҡырға кәмергә тейеш.
 
Пресс-служба Министерства здравоохранения Республики Башкортостан (информация Башкортостан гәзите)
 
 

Generated by Feedzy