Һуңғы 7 айҙа ғына медицина ойошмаларына ярҙам һорап, 9 мең ярымға яҡын пациент мөрәжәғәт иткән. Был уртаса йыллыҡ күрһәткестәрҙән 10 процентҡа күберәк. Августың икенсе яртыһында талпандар тағы ла әүҙемләшә. Белгестәр, талпандан һаҡланыу юлы – профилактик саралар, тип иҫкәртә.
Йәне сығып өлгөрмәгән талпан шыйыҡ азотҡа төшөрөлөп туңдырыла. Рәхимһеҙ бөжәкте шулай итеп кенә көсһөҙләндерергә мөмкин. Талпандың төкөрөк биҙҙәрендә һәм эсәктәрендә урынлашҡан паразиттарға тап ошо ысул менән генә үтеп инергә мөмкин. Имәнес бөжәк махсус шыйыҡса ярҙамында тураҡлана, һуңынан центрифуганан артыҡ матдәләр алынып, лаборантҡа кәрәклеһе генә ҡалдырыла.
Башҡортостанда талпан борреллиозы менән йышыраҡ сирләйҙәр. Энцефалитҡа 8 меңдән ашыу материал ҡабул иттек. Улар араһынан 60 ауырыу. 6000 анализдан 1453 боррелиоз асыҡланды.
Баязит Ғәрифуллин, Башҡортостан Гигиена һәм эпидемиология үҙәгенең айырыуса хәүефле инфекциялар һәм пцр индексациялау лаборатрияһы мөдире
Талпанды табыу менән лабораторияға тикшереүгә илтергә кәрәклеге хаҡында һәр кем белә. Инфекция менән зарарланмаған талпан тешләгәндә лә, шул урындың шешеү ихтималлығы бар.
Тән температураһы күтәрелә, хәлһеҙлек күҙәтелә. 10 процент осраҡта талпан ҡаҙалыуы үкенесле тамамлана.Бөтәһе лә организмдың иммунитетына бәйле.
Йылына биш кеше ауыр хәлдә ҡала, әммә улар бик оҙаҡ дауаланғандан һуң ғына, аяҡҡа баҫа ала. Интенсив терапияға медикаменттар һәм реабилитация өҫтәлә.
Тимур Ғәлиуллин, Ғ.Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының неврология бүлеге мөдире вазифаһын башҡарыусы
Республикала талпандарға ҡаршы 4 мең гектарҙан ашыу биләмәләр эшкәртелгән. Майҙандарҙың яртыһы балалар һәм үҫмерҙәр ялын ойоштороу ойошмаларына ҡарай.
Талпандар яҙҙан алып көҙгә хәтлем әүҙем. Август уларҙың үрсеүе иң юғары нөктәгә еткән мәл. Был – Башҡортостанда булған талпандарҙың йәшәү циклы.
Венера Саттарова, Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү федераль хеҙмәте идаралығының бүлек етәксеһе
Йыл башынан талпан энцефалитына ҡаршы 30 меңлән ашыу кешегә прививка яһалған. Был – планға ҡарата 86 процент. Белгестәр ҡан һурғыс бөжәктең ҡаҙалыуын иҫкәртеү өсөн урманға барғандан һуң үҙеңде һәм яҡындарыңды тикшерергә, тәнде тулыһынса ҡаплаған кейем кейергә, махсус репиленттар ҡулланырға кәңәш итә.
Пресс-служба Министерства здравоохранения Республики Башкортостан (информация сайта БСТ)