15.11.2025

Цирк артисы Вил Шәйнуров Башҡортостан табиптарына рәхмәт һүҙҙәрен еткерә. Аҡ халатлылар уға дәүләт гарантиялары программаһы буйынса юғары технологиялы медицина ярҙамы күрһәткән.

«Башҡортостан егеттәре» атлы акробаттар төркөмөндә сығыш яһаған, Мәскәү, һуңынан океан аръяғы ареналарын шаулатҡан сәнғәт оҫтаһының тубыҡ быуыны титан протезға алмаштырылған. Үҙенсәлекле операцияны үткәргән хирург һәм уның пациенты менән БЮТ хәбәрсеһе Рафиҡ Әхмәтшин осрашты.

Вил Шәйнуров – цирк акробаты. Оҙаҡ йылдар Ҡушма Штаттарҙа йәшәп ижад иткән. Каскадер трюктары менән Голливуд фильмдарында ла төшкән. 2019 йылдан йәнә Рәсәйҙә. Америкала сағында аяғын йәрәхәтләү сәбәпле, уң яҡ тубығының быуындарын протезға алмаштыра. Икенсеһенә операция эшләтеп өлгөрмәй.

Өфөгә ҡайтҡандан һуң Рәсәй менән коллектив көнбайыш араһында мөнәсәбәттәр киҫкенләшә. Океан аръяғына юл ябыла, ә тубыҡ әмәлиәт талап итә. Артист Башҡортостан табиптарына мөрәжәғәт итә. Операция уңышлы үтә.

Вил Шәйнуровтың уң тубығында Америка табибы, һул яғына Башҡортостан хирургтары эҙ ҡалдырған. Икеһендә лә хәҙер титан протез йөрөй. Океан аръяғында әмәлиәт яҡынса 145 мең долларға төшкән. Медицина страховкаһы уны тулыһынса ҡаплаһа ла, артистҡа сәләмәтлеге өсөн байтаҡ борсолорға тура килгән.

Өфөлә тубыҡ быуынын протезлау 22-се ашығыс медицина ярҙамы клиник дауаханаһында эшләнгән. Операцияны ортопед травматолог Ринат Рәхмәтуллин үткәргән. Юғары медицина ярҙамы күрһәтеүгә дәүләт гарантиялары ярҙамында пациент әмәлиәт өсөн бер тин дә сарыф итмәгән.

Табиптар көсө менән аяҡҡа баҫҡан акробаттың хәҙер уларҙың оҫталығын сағыштырыу мөмкинлеге бар. Вил Шәйнуров фекеренсә, Башҡортостан медицинаһы океан аръяғындағы Һаулыҡ һаҡлау системаһынан һис кенә лә ҡалышмай. Шулай уҡ алдынғы дауалау алымдары, юғары технологиялы медицина ярҙамы күрһәтелә, дауаханаларҙы йыһазландырыу кимәле лә заманса.

Кешелеклек, пациентҡа яҡты йөҙ йәм яҡшы мөғәләмәлә булыу менән Башҡортостан табиптары хатта өҫтөнөрәк тә. Һүҙ һәм күҙ менән кешене аяҡтан йығыу, йәки киреһенсә терелтеү мөмкинлеген улар күптән үҙләштергән.
 
Пресс-служба Министерства здравоохранения Республики Башкортостан (информация БСТ)