Заман һынауҙары уларҙы ҡурҡытмай

Юғары категориялы фельдшер Айһылыу Ғәйнетдинованың хеҙмәт стажы – 31 йыл.
Сығышы менән Дәүләкән районындағы Мәкәштән Ҡоръятмаҫҡа килен булып төшкән Айһылыу Фәнил ҡыҙы Ғәйнетдинова  Өфөләге 1-се медицина колледжын тамамлаған. Уның девизы: “Тәне һауҙың – йәне һау”. Юғары категориялы фельдшер Айһылыу Фәнил ҡыҙының хеҙмәт стажы – 31 йыл. Фиҙакәр хеҙмәте төрлө грамоталар менән баһаланған.
Шәһит Миңнизаһит улы – Айһылыу Фәнил ҡыҙының ныҡлы терәк-таянысы. Ике ҡыҙ үҫкән был татыу ғаиләлә. Әлиә лә, Элиза ла кейәүҙә, үҙаллы тормош көтә.
Ниндәй генә заман булмаһын, фельдшерҙарҙың эше һис еңелләшмәй, улар һәр заман сирҙәрен еңеп сығырға тырыша. Заман һынауҙары уларҙы ҡурҡытмай. Аҡ халатлылар беренсе урынға пациенттарының һаулығын ҡуйып эш итергә күнеккән.
 
Пресс-служба Министерства здравоохранения Республики Башкортостан (информация сайта Башкортостан)